Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Август 2023, 20:58

Хәйбулла районындағы археологик ҡомартҡының сиктәре билдәләнде

    

Хәйбулла районындағы археологик ҡомартҡының сиктәре билдәләнде
Хәйбулла районындағы археологик ҡомартҡының сиктәре билдәләнде

Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы Хәйбулла районындағы «Һамар-6» ҡурған ҡәберлегенең, шулай уҡ федераль әһәмиәттәге «Билал ҡурғандары» (Баймаҡ районы), «Булгаково-1» (Өфө районы), «Һамар-6, ҡурған ҡәберлеге» (Хәйбулла районы) һәм «Яңы Ҡалтай-3, ҡурған ҡәберлеге» (Көйөргәҙе районы) биләмәләренең сиктәрен, һаҡлау предметтарын һәм мәҙәни (археологик) мираҫ объекттарын файҙаланыу режимын раҫланы.

Ведомствоның тейешле бойороҡтары Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башкультнаследиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль әһәмиәттәге археологик мираҫ объекттары биләмәһенең сиктәре республика археологтары тарафынан билдәләнгән. Һәйкәлдәр өсөн сиктәрҙе билдәләү тураһында отчеттар эшләнгән, унда тулы һәм актуаль мәғлүмәттәр сағылдырылған: һәйкәлдең тасуирламаһы, архив, библиографик мәғлүмәттәр, географик координаталар, сиктәрҙе үтеү тасуирламаһы, иллюстратив материалдар.

Ҡомартҡылар фәнни, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә, сөнки улар төбәктең боронғо халҡының мәҙәниәте тураһында мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора.

 

фото:Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: