Мәләүез районының Арыҫлан ауылында Кинйә Арыҫлановҡа арналған стела асылды. Стелала башҡорт хәрби начальнигы, Емельян Пугачевтың көрәштәше хаҡында мәғлүмәт яҙылған, шулай уҡ геройҙың портреты төшөрөлгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, бында Кинйә абыҙҙың 300 йыллығы айҡанлы хәтер саралары үткән. Сараларҙа абруйлы ҡунаҡтар, ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашҡан.
Был ваҡиға айҡанлы күргәҙмәләр, урындағы һәләтле башҡарыусылар ҡатнашлығында концерт номерҙары әҙерләнгән. Район халҡына, Йәнтөйәккә изге эштәр йылына арналған проекттарҙа ҡатнашыусыларға Кинйә Арыҫланов исемендәге иҫтәлекле миҙалдар тапшырылған.
сығанаҡ:Башинформ.