23 һәм 24 августа Архангел районында РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы терроризмға ҡаршы күнегеүҙәр үткәрә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, оператив штабҡа ингән бүлексәләрҙең көстәре һәм саралары уҡыу диверсия-террор төркөмөн юҡ итеү өҫтөндә эшләйәсәк.
Күнегеүҙәргә авиация, ауыр бронетехника, пилотһыҙ осоу аппараттары, симуляция һәм башҡа махсус саралар йәлеп ителәсәк. Атыу ҡоралдарын ҡулланған осраҡта атыу тауыштары ишетелеүе ихтимал. Республика халҡын паникаға бирелмәүҙәрен һәм рәсми сығанаҡтарҙан ғына мәғлүмәт алыуҙарын һорайҙар.
сығанаҡ:Башинформ.