Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко "Бәйләнештә" социаль селтәрендә бына ниндәй һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.
– Яңы ғына Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәрен ҡаршы алдыҡ, – тип яҙған Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы. – Бик йылы осрашыу булды, осрашыуға уларҙың туғандары һәм дуҫтары ла килде. Һүҙ ҙә юҡ, яугирҙәр тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан, туғандарын һағыныуҙы телгә алыу артыҡ. Тиҙҙән улар тағы ла алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ, ә әлегә матур итеп ял итеүҙәрен һәм көс туплауҙарын теләйбеҙ. Батырлыҡтары өсөн уларға рәхмәтебеҙ ҙур һәм Шайморатов орденын алыуҙары менән ҡотлайбыҙ.
Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, уның янына бер яугир кәләше менән килгән. Ул 2014 йылдан бирле контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта яҡташыбыҙ. Ул батырлыҡ күрһәткәне һәм үҙен-үҙе аямағаны өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнгән һәм Рәсәй Президентының рәхмәт хатын алған.
Фото: Зөһрә Гордиенко.
Автор:Илдар Акьюлов