Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Июль 2023, 15:01

Еләк һатып, 110 мең һум аҡса эшләгәндәр!

Уңған хужабикәнең әйтеүенсә...

Еләк һатып, 110 мең һум аҡса эшләгәндәр!
Еләк һатып, 110 мең һум аҡса эшләгәндәр!

Еләкте һәр кем ярата. Әммә уны йыйыу өсөн сабырлыҡ та, ваҡыт та кәрәк. Алыусыһы булғас, һатыусыһы ла табыла. Еләк йыйып, бер айҙа 200–300-әр мең һум аҡса эшләүселәр бар.

Күрше Татарстандың Мамадыш районында йәшәгән Наталья Фәтихова ҡайын еләген йыйып һатҡан быйыл.

"Беҙҙең яҡта еләк уңды. Бер килоһын башта 1500 һумдан һаттыҡ, аҙаҡ хаҡы төштө, шулай ҙа быйыл 250 мең һум аҡса эшләп өлгөрҙөк", - ти ул.

Рәнилә Исмәғилева өләсәһе Минзифа менән көн һайын 11 литр ҡайын еләге йыйған. Беренсе курсты тамамлаған ҡыҙ ун көн эсендә 110 мең һум табыш алған.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Сәләм" телеканалы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: