Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
5 Июль 2023, 15:35

Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә

    

Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә

Аҡъяр–Сибай трассаһы – халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙың береһе. Был трасса халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Ике йыл эсендә бында йәмғеһе 60,5 сарымлыҡ участканы ремонтлау планлаштырыла.

Ошо арала район үҙәге Аҡъярҙан юлды ремонтлау эштәре башланды. Бының тураһында Баймаҡ ДРСУ-һының Хәйбулла районы участкаһының производство-техник бүлеге инженеры Һылыу Ниғмәтуллина мәғлүмәт бирҙе.

–Әлеге ваҡытта Сибай-Аҡъяр трассаһының 100,9–102,7 км арауығында капиталь ремонт эштәре дауам итә. Башта асфальттың өҫкө ҡатламы фрезерланды. Хәҙер рециклер ярҙамында  асфальт ҡатламы башта ваҡланып,  һуңынан  уның өҫтөнә ваҡ ҡырсынташ менән цемент  түшәлә һәм грейдер ярҙамында тигеҙләнәсәк. Тағы ла бында юл тигеҙләүсе каток, КаМАЗ машиналары  йәлеп ителгән. Эштәрҙең һуңғы этабында ике ҡатлам  асфальт һалына. Шулай уҡ трасса аҫтындағы һыу үткәргес торба йүнәтеләсәк. Был участкала эштәр тамамланғас, артабан трассаның 49,4–57 км арауығында ремонт эштәре башланасаҡ. Дөйөм алғанда, 2023 йылдың октябренә тиклем район биләмәһендә 9,4 саҡрым оҙонлоғондағы ике участканы яңыртыу ҡаралған. Ә киләһе йылда трассаның 68,5–78 км арауығындағы юл участкаһын төҙөкләндереү планлаштарыла, – тине Һылыу Хәйепйән ҡыҙы.

Шулай уҡ трассала транспорттың ауырлығын контролдә тотҡан автоматик пункттар ҡуйыу ҡаралған. Әйткәндәй, был күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки беҙҙең юлдарҙы нәҡ ҡеүәтле, ғәйәт ҙур йөк техникаһы юҡҡа сығара ла. 

Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Аҡъяр – Сибай юлында ремонт эштәре дауам итә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: