Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Июль 2023, 21:15

Йәштәрҙең башланғыстарын хуплап

    

Йәштәрҙең башланғыстарын хуплап
Йәштәрҙең башланғыстарын хуплап

Рәсәйҙәрҙең “Росмолодёжь.Изгелек” ижади идеялар конкурсына тапшырылған  иң ҡыҙыҡлы башланғыстары йыл аҙағына тиклем Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың төп сараларында тормошҡа ашырыласаҡ. Конкурста 6 номинация күрһәтелгән, унда 14 йәшкә тиклемге барлыҡ Рәсәй граждандары ла ҡатнаша ала.

“Инициативалы кешеләргә илдең иң яҡшы ирекмән сараларында  үҙҙәренең ижади потенциалын асырға һәм авторлыҡ идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең өсөн аудиториянан тәҡдимдәр алыу, уларҙа уникаль ҡарар табыу мөһим”, - тине  “Росмолодёжь.Изгелек” йүнәлеше етәксеһе Дарья Жукова.

Конкурс ирекмәнлеккә арналған бер нисә номинацияла үткәреләсәк. Арт-объекттарҙың иң яҡшы эскиздары  #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара форумы майҙанында тормошҡа ашырыласаҡ, артабан Донецк йәки  Луганск халыҡ республикаларына, Херсон, Запорожье өлкәләренә тапшырыласаҡ. Ошо биләмәләрҙә иң яҡшы эскиздар булдырыласаҡ.

Ижади эштәр конкурсына символик старт Балаларҙы яҡлау көнөндә «Москва -Сити» бизнес үҙәгенең ҡарау майҙансығында бирелде.

 Фото:”Ватандаш” журналы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: