ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Июль 2023, 09:13

Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

Яугирҙарҙы Шайморатов миҙалына лайыҡ булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!  Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙыРадий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

3 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына, генерал Шайморатов ордендарына һәм миҙалдарына республиканан мобилизацияланғандар һәм ирекле батальондарҙың яугирҙәре лайыҡ булды. Әле улар тыуған төйәгендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.

Радий Хәбиров яугирҙәргә хәрби хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген билдәләне.

«Һеҙ Ватан саҡырыуына яуап биргән меңләгән яҡташыбыҙ өсөн өлгө булдығыҙ. Улар «Башҡортостан» ирекле полкы һәм башҡа подразделениелар сафына инде. Республика һәр ҡайһығыҙ менән ғорурлана, — тине Радий Хәбиров. — Бөгөн һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам иткән, ышаныс һәм өмөт менән көткән яҡындарығыҙға ла ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ошондай мөһим ваҡытта бөтә ил берләште һәм, ысынлап та, бер ҙур ғаиләгә әүерелде. Һеҙгә хәрби юлығыҙҙа ярҙам итергә һәм яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирәм. Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, тыуған Башҡортостаныбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем».
 
фото һәм сығанаҡ:Башинформ.
Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас