ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Июль 2023, 09:22

Алдағы көндәрҙә 30 градус эҫе булыуы фаразлана

    

Алдағы көндәрҙә 30 градус эҫе булыуы фаразланаАлдағы көндәрҙә 30 градус эҫе булыуы фаразлана
Алдағы көндәрҙә 30 градус эҫе булыуы фаразлана

«Башгидрометүҙәк»тән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы өс көндә эҫе һауа торошо көтөлә. Дүшәмбе, 3 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +23,+28°.

4 һәм 5 июлдә урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Төндә +13,+18°, көндөҙ +25,+30°.

 

Автор:Дарья Субботина//
Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас