

Йәнтеш ауылында мөхәббәткә тоғро булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – ярты быуат бергә ғүмер кисергән, күптәргә өлгө булырлыҡ Миңһылыу һәм Радик Арыҫлановтарҙың иманлы ғаиләһе.
Улар икеһе лә Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән. Радик Әхтәм улы Йәнтеш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Сибай һөнәрселек училищеһында ташсы-монтажсы һөнәренә уҡып сыға. Унан һуң, Баймаҡ ҡалаһында шофер һөнәре буйынса белем ала. Район ҡулланыусылар йәмғиәтендә водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Ватан алдында хәрби бурысын Ленинград хәрби округында инженер ғәскәрҙәре составында үтәп ҡайтҡас та, үҙ һөнәре буйынса “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләй.
–Өйләнеп, бер-бер артлы балалар донъяға килде, водитель кеше өйҙә ултырмай, һәр ваҡыт юлда, күп ваҡыт ҡара таңдан төнгә ҡәҙәр йөрөйһөң. Шуға күрә, шоферлыҡты ташлап, комбайнсы-тракторсы булып эшләй башланым, – ти ул.
2009 йылда Радик Әхтәм улы дин юлына баҫа. Ул Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә биш йыл уҡып, ҡулына диплом ала.
Йәнтеш һылыуы, буласаҡ тормош иптәше Миңһылыу менән улар мәктәптә бер класта уҡыйҙар, бер ауылда уйнап үҫәләр. Йыһанды аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төргән ҡыш айының ғинуар айында Радик Әхтәм улы менән Миңһылыу Ниғәмәт ҡыҙы ғаилә ҡороп, бер һуҡмаҡтан атлай башлай.
Тулы мәҡәләне гәзиттең 21-се һанында уҡырһығыҙ.