ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Май 2023, 16:58

Хәйбулла районында 4 археологик ҡомартҡыға яңы статус бирелде

   

Хәйбулла районында 4 археологик ҡомартҡыға яңы статус бирелдеХәйбулла районында 4 археологик ҡомартҡыға яңы статус бирелде
Хәйбулла районында 4 археологик ҡомартҡыға яңы статус бирелде

Башҡортостан Республикаһындағы бер нисә археология ҡомартҡыһына асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары статусы бирелде.

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының тейешле бойороҡтарына ярашлы, республика археологтары ярҙамында асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә түбәндәгеләр инде:

 * Ауырғазы районында урынлашҡан «Александровка-2» торамаһы. Был бронза дәүере ҡомартҡыһы 2021 йылда археологик разведка барышында асылған.

* Хәйбулла районында урынлашҡан «Подольск-22», «Подольск-23», «Подольск-24», «Подольск-25» ҡурған ҡәберлектәре. Был археологик ҡомартҡылар 2013 йылда асылған.

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы федераль закон талаптарына ярашлы, асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты реестрға индереү йәки уны реестрға индереүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш.

 

фото:"Башинформ"

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас