

Тиҙҙән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башлана: быйыл ул 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. 18-27 йәшлек егеттәрҙе армияға саҡырырға мөмкин.
Повестканы алғандан һуң ир-егет хәрби комиссариатҡа килергә һәм медицина комиссияһын үтергә тейеш, унда табиптар яраҡлылыҡ категорияһын билдәләйәсәк (сәләмәт «А»нан алып саҡырыуға яраҡһыҙ «Д»ға тиклем). Һуңынан егеттәрҙе ғәскәрҙәргә йүнәлтәләр: мәҫәлән, ҡоро ер, Һауа-десант, Хәрби-диңгеҙ флоттарына һәм башҡалар. Хеҙмәт итеү ваҡыты 12 ай тәшкил итә.
Армияға кемдәрҙе алмаясаҡтар:
Саҡырыу кемдәргә кисектерелә:
Мөһим! Хәрби комиссариатҡа кисектереүгә хоҡуҡты раҫлаған документтар тапшырырға кәрәк.
Альтернатив хеҙмәт бармы?
Армия урынына хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы дәүләт ойошмаларында йәки ҡораллы көстәрҙә эшләүҙе һайлай ала. Мәҫәлән, санитар, почтальон йәки водитель. Бындай һайлау өсөн сәбәптәр ни бары икәү:
Бының өсөн саҡырыуға ярты йылға алдан, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ғаризала хеҙмәткә саҡырылыусы ни өсөн хеҙмәтте алмаштырырға теләүен аңлатырға тейеш. Дини берләшмәнән йәки быны раҫлаған башҡа ойошманан белешмәләр талап ителмәй. Автобиография һәм эш, уҡыу урынынан характеристика һалыу мөһим.
Сығанаҡ:Объясняем.РФ.