

Әсәйемә ярҙам итергә тырыштым. Уҡыуға шәп булдым. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем алыу насип булманы. Шул ваҡытта һикһәнде үткән оло ҡартатай һәм ҡартәсәй иҫән ине әле. Уларҙы ла ҡарарға кәрәк булды. Эш күп ине, һабан һөргәндә, үгеҙ ҡыуалап, бесән эшендә күбә тарттырҙым. Кеше булмағас, косилкала бесән сабырға ла тура килде. Тырыштыҡ, эшләнек инде,–тип һүҙен башланы Шәрифулла Ишкилдин.
Ул ғүмер буйы колхозда водитель булып эшләй. Хеҙмәт стажы –32 йыл. Аҙаҡ, сәләмәтлеге буйынса төҙөлөш эшенә күсергә тура килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тик ултырмай, шәхси хужалығын ишәйтә. Ғүмерендә өс йорт һала. 87 йәшендә лә тик ултырмай, булған яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып, белеп ултыра.
–Район гәзитен үҙем иҫ белгәндән алдырам. Ошоға тиклем республика журнал-гәзиттәренә күпләп яҙылдым. Уларҙың һәр бер битен ҡат-ҡат уҡып сыға инем. Йома көнө етһә, урамға сығып почтальонды көтөп алам. Сөнки район хәле, кешеләре тураһында ентекле яҙалар.
Башҡортостан календарын йыл да һатып алам. Уларҙың береһен дә ташламайым. Һауа торошон да сағыштырам, хатта билдәләп барам. Дини календарҙы ла теләп уҡыйым, – ти Шәрифулла Ишкилдин. Эйе, гәзит, календарь биттәрен ҡат-ҡат уҡығаны күренеп тора, сөнки уларҙың биттәре бер нисә тапҡыр асылғаны һиҙелеп, таушалып бөткән ине. Әйткәндәй, оло йәштә булһа ла рухи аҙыҡты күҙлекһеҙ уҡый ул.
Кемдер гәзиткә яҙылмай, ниндәйҙер сәбәптәр тапһа, Шәрифулла Сәйфулла улы иһә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең тоғро дуҫы булып ҡала. Тап шундайҙар милли матбуғатты таратыуға үҙ өлөшөн индереп кенә ҡалмай, уның киләсәктә йәшәүенә лә булышлыҡ итә.
Телевизорҙан яратып ҡараған тапшырыуы – хоккей. “Спортты яратам. Хәҙер өлкән булһам да, иртәнсәк күнекмәләр эшләйем, кискеһен бер сәғәттәй урамда йәйәү йөрөйөм. Кешегә хәрәкәт кәрәк бит. Шулай уҡ йоҡлар алдынан да саф һауа килешә”, – ти ул. Күҙенән – нур, йөҙөнән ихласлыҡ һәм яҡтылыҡ бөркөлөп торған аҡһаҡал күптән инде дин юлында. Гәзиттәрҙән тыш, өҫтәленең яртыһы дини календарҙар менән тулған. Ватсап аша балалары менән видеобәйләнешкә лә сыға, уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатланып ултыра ул.
Гүзәл Бохарбаева.