

Балдыбаевтар бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ғаилә усаҡтарын һаҡлаусы, тормоштоң рәхәтен, ҡәҙерен белеп, башҡалар өсөн дә үрнәк булып ғүмер кисереүсе ғаилә. Тормоштары мул, бөтөн нимәләре етеш уларҙың. Ҡыҫҡаһы, тормошта нимәгә булһа ла ирешеү өсөн ныҡлы тырышлыҡ, ҙур ихтыяр көсө кәрәк. Ә Балдыбаевтарға нәҡ шундай сифаттар хас та.
Йәмил һәм Рәмзиә Балдыбаевтар бер-береһен бала саҡтан уҡ белә: бер ауылда тыуып үҫкән балалар. Шуға күрә уларҙың һөйләгән һүҙҙәре лә, тормошҡа ҡараштары ла уртаҡ. Бәләкәйҙән ауыл ерендә уйнап, бер мәктәптә, бер класта уҡып, бер колхозда эшләп, һәр әйткән һүҙен уйлап эш иткән, уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ кәртәләрҙе еңергә күнеккән ике йәш йөрәк йәмле йәй айында өйләнешәләр.
Әбүбәкер ауылы ҡыҙы Рәмзиә Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас, бер йыл “Ҡыҙыл доброволец” колхозында быҙау ҡараусы була. Артабан Өфөлә бухгалтерҙар курсын тамамлай. Йәш белгес һөнәре буйынса Федоровкала колхоз контораһында тиҫтә йыл эшләй. 1991 йылдан Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы була.
–Эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Хәҙерге ваҡытта эшең бар икән, тырышырға ғына ҡала. Минең иң яратҡан шөғөлөм баҡса үҫтереү. Февраль айынан үҫентеләр ултыртып, йәйге осорҙа күпләп емеш-йәшелсә үҫтерәбеҙ. Бәшмәккә, емеш-еләккә йөрөргә яратам. Уларҙан тәмле ҡайнатма-һуттар әҙерләйем. Әллә нисә саҡрым булһа ла, йәйәү йөрөйөм,–ти уңған хужабикә.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.
Гүзәл Бохарбаева.