ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Февраль 2023, 10:02

Бер ниндәй үкенесем юҡ...

Туғыҙ йыл, бер ай һәм ун туғыҙ көн... Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 34 йыл тула. Афған һуғышы илебеҙ тарихының әрнеүле һәм ҡайғылы бите. Райондан бөтәһе 125 һалдат хеҙмәт итеп, бөгөнгө көндә 68 афғансы иҫәпләнә. 15 февраль – ошо һуғышта һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү ҙә. Афғанстанда ут-һыу кискән яугирҙарҙың береһе Өфө ауылынан Ришат Кинйәбаев.

Бер ниндәй үкенесем юҡ...Бер ниндәй үкенесем юҡ...
Бер ниндәй үкенесем юҡ...

Утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, Ришат Мөхтәсәр улы хеҙмәт юлын Афғанда үтеүенә һис үкенмәй. “Афған һуғышы һис мәғәнәһеҙ булманы, ил именлеге өсөн һәр һалдат үҙ өлөшөн лайыҡлы индерҙе”, – ти ул.
Ришат Кинйәбаев 1986 йылда Беренсе Мырҙа ауылынан әрмегә китә.
–Башта Грозныйҙа хәрби әҙерлек үттек. Өс айҙан төндә поездға тейәп, Минеральные воды ҡалаһына алып киттеләр, артабан Ташкентҡа самолет менән остоҡ.
 Унан инде ИЛ-76 йөк самолеты менән Кабул ҡалаһына оҙаттылар. Гардез ҡалаһында айырым десант-штурм бригадаһында хеҙмәт юлын башланым. Артабан мине ҡоралдар тейәлгән “Урал-4320” автомашинаһына водитель итеп күсерҙеләр. Күп тапҡыр Саланг артылышы аша боеприпастар алырға хәрби операцияларға сыҡтыҡ. Шундай мәлдәрҙең береһендә сикһеҙ ҡыуаныс кисерҙем. Кабулда Петропавловка ауылынан яҡташым Хәйрәт Таҡтаев менән осраштыҡ. Бушҡа ғына әйтмәгәндәр бит, сит яҡта яҡташыңды осратһаң, өйҙә булғандай булаһың тип. Беҙҙең төнө буйы һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, ул көндәге кисергән тойғоларҙы һүҙ менән аңлатыуы ауыр. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Хәйрәт Таҡтаев Башҡортостан Республикаһы буйынса «Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
Совет ғәскәрҙәренең ҙур масштаблы “Магистраль” хәрби операцияһы 1987 йылдың 23 ноябренән 1988 йылдың 10 ғинуарына тиклем һуҙылды, шул арауыҡта Сети-Кандав артылышы беҙҙең һалдаттар тарафынан яуланып, Пакистан сигенә яҡынлаштыҡ. Ике айға яҡын тар тау артылышы аша аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән колонналар оҙаттыҡ. Шул көндәр иҫтә ҡалған, сөнки Яңы 1988 йылды шунда ҡаршы алдыҡ. Һәм үҙемдең егерме йәшемде билдәләнем. Әле лә хәтеремдә, башҡорт һалмаһы киҫеп, тушенка менән бешергәйнек,–ти элекке яугир.
Яугир-интернационалист хәтеренән тағы ла бер хәрби операцияны мәңге юйып булмаҫ, сөнки Афған һуғышында ул үлем тырнағынан саҡ ҡала.
–Каруандың юлын ҡапларға тип, беҙҙең бригада Газни артылышына йүнәлгәндә ныҡ ямғыр ҡоя ине, ундай яуым-төшөм йылына бер тапҡыр була. Беҙҙең артдивизиондан ике орудие расчеты бар ине, уларҙың береһен мин ташыным, икенсеһен ҡаҙаҡ егете Аббат. Билдәләнгән урынға барып етеп, ҡоралдарҙы бушатып, машинаны ышыҡҡа ҡуйырға беренсе булып Аббат, уның артынан мин ҡуҙғалдым. Шул ваҡытта ҡурҡыныс шартлау яңғыраны. Машина минаға эләкте. Көслө шартлау тулҡыны мине ситкә ырғытыуы ғына иҫемдә ине. Һушыма килгәндә егеттәр самолетҡа табан алып китеп бара ине. Мин тороп, машинама ҡарай йүгерҙем. Уның теткеләнеп бөтөүен күреп, илап ебәрҙем. “Машина ла булдымы ҡайғы, иң мөһиме, үҙең иҫән ҡалдың, күлдәктә тыуғанһың”,–тине командир. Шул саҡта мине наградаға тәҡдим иттеләр, әммә төп награда–иҫән ҡалыуҙа, тип иҫәпләйем. Армияға оҙатҡанда әсәйем мәрхүмә, күрше Тутыя инәй доға уҡып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуымды теләнеләр. Шул тере ҡалыуымда изге доға ярҙам иткәндер тип тә уйлап ҡуям,–ти мәҡәлә геройым.
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрҙен сығарыуҙы ла яҡшы хәтерләй элекке яугир."Афғанстан юлдары буйлап хәрәкәт итеү бик ҡатмарлы ине. Юлдарға миналар ҡуйҙылар, колонналарға засадалар ойошторҙолар, күп техника фугастарҙа шартланы, кешеләр һәләк булды. Ауыр булды тип әйтеү генә аҙ. Бик ҡатмарлы шарттарҙа йәшәнек. Үлемдән ҡурҡмайбыҙ тийеү ҙә дөрөҫ түгел. Тап үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡас ҡына ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлайһың... Бөгөн күп нәмәләргә ҡараш үҙгәрҙе. Әммә Афған юлын үткән егеттәрҙең үҙ бурысын намыҫ менән үтәүе тураһында тулы ышаныс менән әйтә алам,-ти ул. 
–Беҙҙе, водителдәрҙе, аҙаҡҡа ҡалдырҙылар, сөнки һуңынан техникаларҙы һәм ҡоралдарҙы алып сығырға кәрәк ине. Ҡалған егеттәр демобилизацияланды. Бер туған Камил ҡустым менән дүрт йыл күрешмәнек. Сөнки Афғанстандан һуңлап ҡайттым. 1988 йылдың апрелендә ҡайтырға тейеш инек, ләкин ул йәй урталарына тиклем һуҙылды. Ә ҡустым армияға май башында киткән булған. Ул да хәрби-интернационал бурысын үтәп, Мозамбик Республикаһында хеҙмәт итте,–тип хәтер ебен һүтте әңгәмәсем.
Ришат Кинйәбаев бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә шахтер булып уңышлы эшләй. Ул яратҡан ғаиләһе булыуы менән дә бәхетле. Ҡатыны Зөһрә Йәмлехан ҡыҙы менән 33 йыл татыу ғүмер кисерә. Тормош иптәше Матрай табип амбулаторияһында эшләй. Кинйәбаевтар өс һоҡланғыс балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар менән ғорурланырға мөмкин. Үҫеп килеүсе өс ейән-ейәнсәре лә өләсәһе менән ҡартатаһын шатландыра. Оло йөрәкле, ихлас күңелле, ярҙамсыл Ришат Кинйәбаев кеүектәр тураһында, улар донъя тотҡаһы, тиҙәр.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас