Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Ғинуар 2023, 11:32

Бар яҡлап та өлгөлө

Һәр ауылда үҙҙәренең йәшәү өлгөһө менән башҡаларға үрнәк булған ғаиләләр бар. Ләйсән һәм Рәжәп Ишемғоловтар Аҡъюл ауыл биләмәһендә уңған ғаиләләрҙән һанала.

Бар яҡлап та өлгөлө
Бар яҡлап та өлгөлө

Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Аҡъюл ауылынан. Ибраһимовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Һеңлеһе менән икеһе ҡул эштәрен үҙ итһә, ике ҡустыһы музыка менән мауыға. Ғәлиәхмәт мәктәбендә 11-се класты бөткәс, Сибай педагогия колледжы, артабан Өфө ҡалаһының 1-се педагогия училищеһын тамамлай.
–Ҡулыма диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Аҡъюл мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр һәм бына 29 йыл башланғыс кластарҙы уҡытам. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү факультетында ситтән тороп уҡып, юғары белемгә эйә булдым. Кластарҙа балалар һаны йыл һайын үҙгәреп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәп ябылманы, балалар тыуған ауылында уҡыуын дауам итәләр,–тип ҡыуана Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы.
Һәр ауылда үҙҙәренең йәшәү өлгөһө менән башҡаларға үрнәк булған ғаиләләр бар. Ләйсән һәм Рәжәп Ишемғоловтар Аҡъюл ауыл биләмәһендә уңған ғаиләләрҙән һанала. 


Гүзәл Бохарбаева.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: