Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Ғинуар 2023, 11:46

95 йәшкә етеү –үҙе бер бәхет

95 йәш – оло хөрмәткә лайыҡлы юбилей. Нәҡ бына шундай кешеләрҙе бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерә, тип әйтәләр.

95 йәшкә етеү –үҙе бер бәхет
95 йәшкә етеү –үҙе бер бәхет

Петропавловка ауылында йәшәүсе Маһира Иҫәнғәлиева үҙенең 95 йәшен билдәләне.
95 йәш – оло хөрмәткә лайыҡлы юбилей. Нәҡ бына шундай кешеләрҙе бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерә, тип әйтәләр.Ул 1927 йылда Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында донъяға килә. Башланғыс класты бөтөп, Юлдыбай ауылына уҡырға бара, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡсыллыҡ ваҡыт булыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Маһира Хафиз ҡыҙына 14 йәш булғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ил яҙмышы хәл ителгән мәлдә колхозда ҡайҙа эшсе ҡулдар кәрәк, шунда төндө көнгә ялғап эшләй. Йәштәштәре менән бергә иген баҫыуын утай, урман ҡырҡырға йөрөй.
 

Гүзәл Бохарбаева.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: