Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Декабрь 2022, 21:48

Яңы йыл төнөндә салют булмай

   

Яңы йыл төнөндә салют булмай
Яңы йыл төнөндә салют булмай

Өфөлә Яңы йыл төнөндә байрам фейерверкы булмай. Был хаҡта «Башинформ» хәбәрсеһенә баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Һуңғы ваҡиғаларҙы — махсус хәрби операцияны иҫәпкә алып, быйыл яңы йыл байрам саралары планына төҙәтмәләр индерелде. Салют булмай. Ғаилә ҡиммәттәренә баҫым яһала», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Яңы йыл алды төнөндә, 31 декабрҙә, Рус драма театры алдында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн концерт программаһы ойошторола. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана һәм төнгө 2-гә тиклем дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йылды ҡаршылау өсөн Өфөлә Ленин исемендәге һәм «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙансыҡтарҙы әҙерләйҙәр. Шулай уҡ ҡалала 16 район шыршыһы, шул иҫәптән 8 үҙәк, сауҙа үҙәктәре һәм предприятиелар биләмәләрендә 90 яңы йыл шыршыһы ҡуйыла, шулай уҡ йорт яны биләмәләрендәге 123 майҙансыҡты биҙәйҙәр.

 

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: