Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Декабрь 2022, 21:34

Шайморатовсыларҙа – 80 дәүләт наградаһы!

  

Шайморатовсыларҙа – 80 дәүләт наградаһы!
Шайморатовсыларҙа – 80 дәүләт наградаһы!

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙәренә Ватан Геройҙары көнөндә Башҡортостан Башлығы исеменән Шайморатов ордендары, республиканың дәүләт наградалары, балаларҙың хаттары һәм һүрәттәре, шулай уҡ хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн махсус ҡорамалдар тапшырылды.

«Эксперттар әйтеүенсә, башҡорт яугирҙәренең хәрби рухы юғары, улар оҫталыҡ күрһәтә һәм абруй менән файҙалана. Махсус хәрби ҡатнашыусылар араһынан 80-дән ашыу яугир Рәсәйҙең дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән»,  — тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

 

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: