Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Декабрь 2022, 09:19

Яҡташыбыҙға - Рәсәй Геройы исеме!

   

Яҡташыбыҙға - Рәсәй Геройы исеме!
Яҡташыбыҙға - Рәсәй Геройы исеме!

Ил президенты Владимир Путин Бөрөлә тыуып үҫкән Борис Дудконы Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы менән бүләкләне. 33 йәшлек яҡташыбыҙға юғары дәүләт наградаһы  Кремль һарайының Георгий залында тапшырылды.

Борис Дудко – гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары. Уның етәкселегендәге рота махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй, ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Бер ауыл янындағы алышта гвардия майоры Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы дошмандың көслө нығытылған районын алған. Дошмандың 20-ләгән танкын, 18 хәрби пехота машинаһын, 200 неонацисты юҡ иткән.

Дудконың экипажы 7 танкты, һанһыҙ пехотаны ҡырған. Һуңынан яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы исеменә, ә ротаның бөтә шәхси составы Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән.

 

 
Фото:видеонан скриншот
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: