Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Ноябрь 2022, 14:24

Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк — Радий Хәбиров

-

Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк — Радий Хәбиров
Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәк — Радий Хәбиров

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә кәрәклеген белдерҙе. Республика етәксеһе премьер-министр Андрей Назаровҡа ошо йәһәттән тәртипкә булдырырға ҡушты. Бында яҡташтарыбыҙҙың — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәткән меценаттарҙың үҙ белдеге менән сәфәргә сығыуы хаҡында һүҙ бара.

- Коллегаларыбыҙға, иптәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәм. Был йәһәттән тәртип булдырырға кәрәк. Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәгеҙ. Был бик хәүефле.  Беҙҙекеләр ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн йөктө нисек оҙатыу  тураһында уйлашырбыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-07/na-peredovuyu-uzhe-nikogo-ne-nado-otpravlyat-radiy-habirov-o-mobilizovannyh-boytsah-3018575

 

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас: