

Хоҡуҡ һаҡсылары ике студентты тимер юлындағы электротехник ҡоролмаға яғыулыҡ һипкән мәлдә ҡулға алған. Уларҙың быға тиклем дә ҡоролмаларҙы емерергә маташыуы асыҡлана.
Диверсия эшләргә маташҡан 18 йәшлек Фаррухжон Зокиров һәм Эмин Садыгов Өфө колледждарының береһендә уҡый. Тәүгеһе Тажикстандан булһа, икенсеһе — Әзербайжандан. Ҡунаҡтар бындағы сәйәсәт менән риза булмауын белдергән. Бары тик халыҡты ҡурҡытырға ғына теләнек, ти улар.
Хәҙер уларҙың үҙҙәрен енәйәт эше ҡурҡытасаҡ. Тикшереү үткәрелә.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар