ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
28 Октябрь 2022, 06:33

Беҙ–айыҡ ауылдар өсөн!

Атингән-Әбүбәкер маршруты буйынса «Айыҡ водитель» автоуҙышы ойошторолдо. Акцияның төп маҡсаты –иҫерек водителдәрҙең ғәйебе буйынса юл-транспорт ваҡиғаларын һәм юлдарҙа аварияларҙы иҫкәртеү.

Беҙ–айыҡ ауылдар өсөн!Беҙ–айыҡ ауылдар өсөн!
Беҙ–айыҡ ауылдар өсөн!

–Бөгөнгө автоуҙыш “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Атингән ауыл биләмәһе менән берлектә үтте. Әбүбәкер ауылы был бәйгелә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Быға тиклем дә призлы урындар яуланыҡ. Быйыл да әүҙем ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.
Юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөүҙе популярлаштырыуға арналған бөгөнгө сараны һәр бер ауылда үткәрергә кәрәк тип уйлайым. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫерек водителдәр арҡаһында юл һәләкәттәре көн дә тиерлек теркәлә. Шуға күрә лә бөтә ауыл халҡын айыҡ тормош яҡлы булһындар тип саҡырабыҙ, – тине Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Лебедева.


Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас