

Староста – урындарҙа үҙидара органдарының беренсе ярҙамсылары. Ауылды төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибен күҙәтеү, өмәләр ойоштороуҙа әүҙем генә түгел, башлап йөрөүсе лә улар. Бер ниндәй эш хаҡы түләү ҡаралмаған староста вазифаһында тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, көн-төн тип тормай, йорт эштәрен ташлап, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ауылы һәм ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Шәһиҙулла Мәмбәтов тап шундайҙар иҫәбенән.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ