ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Октябрь 2022, 14:48

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөлә

   

Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөләСалауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөлә
Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальон ойоштороуҙы хуплай. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Отставкалағы полковник, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Артур Йомағужин Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһағас та һөйләшеп килештек — әгәр ошо идея республикабыҙ егеттәрендә яҡлау тапһа, беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ. Бөгөн Артур Ғәлимйән улы миңә 700 кешенең батальонға инергә теләүе хаҡында әйтте, улар — хәрби тәжрибә туплаған, ҡыҙыу нөктәлә булып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ.

Һүҙебеҙҙе тотабыҙ һәм Башҡортостандың өсөнсө батальонына һәр яҡлап ярҙам итергә йөкләмә алабыҙ. Техника, кейем, барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итербеҙ, формалашыу этабында ғына түгел, ә киләсәктә лә. Уларға Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙа ҡатнашыусыларҙыҡы кеүек үк түләүҙәр ҡарала, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ҡарата ҡабул ителгән ярҙам саралары  уларҙың ғаилә ағзаларына ла ҡағыла.

Беҙ ошо егеттәр өсөн уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ әлеге ваҡытта хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ алдында яуап бирәбеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас