ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Октябрь 2022, 07:18

Улар барыһын да атҡара ала!

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты үткәрелде. Чемпионатта Башҡортостан вәкилдәре ике алтын, биш көмөш, ике бронза миҙал яуланы

Улар барыһын да атҡара ала!Улар барыһын да атҡара ала!
Улар барыһын да атҡара ала!

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты үткәрелде.

Баш ҡалабыҙға илебеҙҙең 45-тән ашыу төбәгенән 350-нән күберәк ҡатнашыусы килде. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан делегацияһы ҡатнашты.

Чемпионатта Башҡортостан вәкилдәре ике алтын, биш көмөш, ике бронза миҙал яуланы һәм икенсе урынға сыҡты. Ошондай уҡ урынды Татарстан командаһы ла яуланы. Беренсе урында Мәскәү командаһы булһа, өсөнсө урын Төмән өлкәһенә бирелде.

II милли чемпионатта ҡатнашыу үҙе үк еңеүгә тиң ине. Бындай саралар ишетеү һәләте боҙолған йәштәр өсөн һөнәри оҫталығыңды башҡаларға күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, икенсе төбәктәге тиңдәштәре менән танышыу мөмкинлеген бирҙе. Өҫтәүенә, тап ошондай сараларҙа ҡатнашыу эш табырға ла ярҙам итә.

Баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән чемпионатты ойоштороусылар – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәте Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте, проекттың төбәк операторы – Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.

Фото: "Башинформ"; spbvog.ru

Автор:Айһылыу Низамова.

Автор:
Читайте нас