

Үҙ эшеңде башлауҙың еңел булмауын бөтәһе лә яҡшы белә. Яуаплылыҡ ҙур, эштең нескәлектәре күп, ләкин сәмсел ҡатын баҙап ҡала торғандарҙан түгел. Ул Әбүбәкер ауылында магазин асырға тәүәккәлләй.
Ауылдың Мәжит Ғафури урамында урынлашҡан “Ташлы” магазинының ишеге эш ваҡытында ябылмай тиерлек. Ауылдаштары кәрәк әйберҙәрен тап ошо магазиндан килеп ала. Был аңлашыла ла – сауҙа нөктәһенең кәштәләре төрлө тауарҙан һығылып тора.
Көнкүрештә кәрәк булған бөтә әйберҙе лә бынан алырға мөмкин. Хатта район үҙәгенә барып тороу ҙа кәрәкмәй, төрлө кейемдәргә лә бай магазин. Көнһылыу Шәфҡәт ҡыҙы халыҡты мөмкин тиклем тиҙерәк һәм сифатлы хеҙмәтләндерергә тырыша.
–Үҙем башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡыным. Ғөмүмән, әсәйем, үҙенең яғынан барыһы ла уҡытыусылар булғас, мине лә уҡытыусы тип күргеһе килде. Ә үҙем бәләкәй сағымда һатыусы булып,әйберҙәр теҙеп, уны “һатып” уйнаным. Үҫә төшкәс, был уйын хыялға әйләнде. Ниндәй ҙә булһа үҙ эшемде асыу теләге ҙур ине.
Уҡытыусы булып ике йыл эшләгәс, электән ынтылған эшҡыуарлыҡ эшенә тотондом. Аҡъяр һәм Урыҫбай ауылдарында сауҙа нөктәләре астым. Шулай уҡ үҙемдең такси паркын булдырҙым. Бер аҙ эшләгәс, ғаилә сәбәптәре арҡаһында,магазиндарҙы ябып, ситкә сығып китергә тура килде. Ләкин бер аҙҙан форсат сығыу менән кире ауылға ҡайттым. Әбүбәкер ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡас, үҙ эшемде яңынан тергеҙеү маҡсатында ер алып, ошоға тиклем булған бутикты ултыртып, эш асып ебәрҙем,– ти Көнһылыу Сынбулатова.Уңырмынмы-туңырмынмы тип күп уйланмай ҡыйыу ҡатын. Шулай итеп,мәҡәлә геройым дәүләт ярҙамы алып, магазинға кәрәкле ҡоролмалар ала:һыуытҡыс, туңдырғыс,электр үлсәгес, витриналар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар.
–Хөкүмәт ярҙамы миңә этәргес булды. Бәләкәй генә булһа ла үҙемдең эшемде булдырҙым.
Киләсәктә сауҙа нөктәһен тағы ла киңәйтеп, халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин итербеҙ
тип янып йәшәйем. Шулай уҡ көнкүреш һәм ауыл хужалығы әйберҙәре менән кәштәләрҙе тултырырға
ине иҫәп. Сөнки ауыл халҡы бер банка буяҡ, йә шөрөп, йә бер саморез өсөн район үҙәгенә барырға мәжбүр. Тормош иптәшем Рөстәм Радик улының да ярҙамы ҙур.Магазинға кәрәк продукцияны алып ҡайта, бар яҡлап булышлыҡ күрһәтә,– ти ул.
Эйе, ауыл кешеһенә уныһы-быныһы кәрәк кенә булып тора. Көнһылыу Шәфҡәт ҡыҙы ярты йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, магазинында ауыл халҡына кәрәкле төрлө тауарҙарҙы алып ҡайта. Ауылдаштары һорағандарына ҡолаҡ һала. Аҙыҡ-түлектән тыш, бында кейем-һалым, уйынсыҡтар, косметика, һауыт-һабаларҙы ла күрергә була.
–Магазинға күп кенә тауарҙарҙы хәҙер килтереп үк бирәләр. Шуныһы беҙҙең өсөн уңайлы. Магнитогорск, Орск, Сибай ҡалаларынан әйберҙәр алдыртам. Тауарҙы бер түгел, төрлө-төрлө итеп үҙгәртергә тырышам, сөнки бер әйберҙән кеше ялҡа.Хаҡтарҙы артыҡ күтәрмәйбеҙ, даими һатып алыусыларыбыҙ бар, уларҙың ышанысын аҡларға ла кәрәк. Тауар ассортименты сифатын, уны һаҡлау ваҡыты сығыу-сыҡмауҙы даими тикшерәм.
Кеше менән эшләү, һәр кемдең күңелен күреү, уртаҡ тел табыу еңелдән түгел, әлбиттә. Тик эштең асылы халыҡ менән аралашыуҙа бит. Үҙебеҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ бар, улар беҙгә ышанып килә. Өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ, –тине Көнһылыу Сынбулатова.
Эшҡыуар булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәй.
Эште башлап, ташлаусылар ҙа күп. Ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн күптәрҙә Көнһылыу Сынбулатова-
ла булған сифаттар етмәй. Халыҡ мәнфәғәте өсөн еңел булмаған сауҙа эшенә егелеп, башҡаларға
өлгө булыусы ғаиләгә эштәрендә уңыштар һәм имен ғүмер теләргә ҡала.