

Бөгөн БР хәрби комиссары Михаил Блажевич БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһаны. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, БР военкомы хәрби уҡытыу урындарына тағы 20-30 мобизацияланған ир-егет оҙатырға ҡалды тигән.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика хәрби комиссариатындағы табиптар комиссияһы «ПроМед» төбәк мәғлүмәт-аналитика медицина системаһы менән эшләп, мобилизацияланғандарҙың ниндәй хроник сирҙәре булыуын тикшерә алған.
Михаил Блажевич һөйләүенсә, хәрбиҙәргә сентябрь һәм октябрь айҙары өсөн аҡса довольствиеһын түләй башлағандар, бының буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә РФ Хәүефһеҙлек советы ултырышы мәлендә Рәсәй Президенты өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең аҡса довольствиеһы айына 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш тине.
«Сегодня мною подписано поручение о неукоснительном соблюдении установленных сроков и размеров выплат. Они должны составлять, напомню, не менее 195 тысяч рублей за календарный месяц. Особо подчеркну, включая период подготовки и обучения личного состава», — тине ил етәксеһе.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-20/voenkom-bashkirii-rasskazal-skolko-mobilizovannyh-zhiteley-ostalos-otpravit-respublike-2996405