ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Октябрь 2022, 05:40

Ҡыҙыл миләш - тәлгәш-тәлгәш ✨

.

Ҡыҙыл миләш - тәлгәш-тәлгәш ✨Ҡыҙыл миләш - тәлгәш-тәлгәш ✨
Ҡыҙыл миләш - тәлгәш-тәлгәш ✨

🔸Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрөргә ярҙам итә.

🔸Йүтәлдән дә ярҙам итә. Миләштә бактериялар артыуға ҡаршылыҡ булдырыусы еиләк-емеш кислоталары күп.

🔸А витамины һаны буйынса миләш кишерҙән ҡалышмай. Көн һайын бер аш ҡашығы миләште (ҡайнатмаһын да ярай) йогурт, ҡатыҡҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета-каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Күҙ күреме өсөн айырыуса яҡшы.

🔸Миләштә нерв системаһын нығытырға ярҙам итеүсе, стрестарҙан һаҡлаусы, йоҡоно яҡшыртыусы В төркөмө витаминдары бар. Миләш ҡандың ойоусанлығын яҡшыртыусы К витаминына бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда уны ашамағыҙ.❗❗

🔸Әселеге бөтһөн өсөн, миләште нкыраудан һуң йыялар. Бындай емеште шундук эшкәртергә кәрәк. Һыуыҡ төшкәнсе йыйған миләште бер -нисә тәүлек туңдырғыста тотоп тәмләндерергә була.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:
Читайте нас