ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Октябрь 2022, 05:24

Кеше яҙмышына битараф түгел

Ҡайһы берәүҙәр олоғая килә уҙған ғүмере тураһында йышыраҡ уйлана, төшөнкөлөккә бирелә башлай. Ә бына Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрзиә Түснәкова етмештән үтһә лә, тулы әүҙем тормошта йәшәй. Район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнай. Һәр кем өсөн борсола, уларҙың яҙмышы – уның яҙмышы. Уларға телефондан шылтыратып, хәлдәрен белешә, кәңәштәрен бирә. Ә үҙенең зарланып ултырғанын бер ваҡытта ла ишетмәҫһең.

Кеше яҙмышына битараф түгелКеше яҙмышына битараф түгел
Кеше яҙмышына битараф түгел

Мәрзиә Әғзәм ҡыҙы Ҡыпсаҡ ауылында 12 бала араһында туғыҙынсы булып донъяға килә. Мәктәп йылдарында уҡ математика фәнен ярата. Яҡшы уҡый. Уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. “Матрай” совхозында ололар менән бер рәттән эшләй.Ең һыҙғанып тиҫтерҙәре менән иген утай, көлтә бәйләй, совхоз малына бесән әҙерләшә.
–Бала саҡтан эштән ҡурҡманыҡ. Ихатала ете баҡса булды. Күп мал аҫраныҡ. Нимә генә сәсмәнек. Ғаиләбеҙҙә һәр балаға эш бүлеп бирелгән ине. Ғауғалашып, талашып ултырманыҡ. Татыу йәшәнек, – тип иҫләй ул.
Һигеҙенсе класты бөткәс, Ишембай мәктәп-интернатына уҡырға бара. Бер үк ваҡытта пионер-вожатый ҙа, китапханасы ла булып эшләй.
Хеҙмәт юлын Аҡъярҙа социаль яҡлау бүлегендә башлай. Төрлө курстарҙа уҡып, бухгалтерия өлкәһендә эшләй. “Һөнәремде шул тиклем яраттым, хатта эште беренсе урынға ҡуя торған инем”, – тип хәтерләй ул. Артабан, ситтән тороп, Силәбе юридик техникумын тамамлай. Тормошҡа сыға, ире менән бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр.
– Өйгә лә эш алып ҡайтҡан саҡтар булды. Ҡыҙым да, улым да документ эшенә өйрәнеп киттеләр. Икеһе лә хоҡуҡ буйынса уҡырға барабыҙ тип тә йөрөнөләр, – ти мәҡәләм геройы. Әйткәндәй, Мәрзиә апайҙың ҡыҙы Гөлкәй һөнәре буйынса финансист.
1998 йылда Пенсия фонды бүлегенә эшкә күсә. Әммә сәләмәтлеге арҡаһында эштән китергә мәжбүр була. Аҙаҡ ауыл хужалығы йүнәлешендә кадрҙар бүлеге инспекторы булып биш йыл эшләп, хаҡлы йылға сыға.
Мәрзиә Әғзәм ҡыҙы бер ҙә пенсионермын тип өйҙә тик ултырмай. 25 йылдан ашыу урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Инвалидтар ойошмаһында, ветерандар советында ла, ағинәйҙәр ҡоронда ла ихлас йөрөй. Бынан тыш, хор, вокал ансамбле составында сәхнәлә сығыш яһай.
–Көнө буйы өйҙә торманым, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Ҡараңғы таңдан төнгә тиклем эштә булдым. Иптәшем бар яҡлап та ярҙам итте. Эшемде аңланы. Халҡым тип яныу, уға лайыҡлы хеҙмәт итеү, хөрмәт ҡаҙаныу – ошо үҙе бәхет түгелме ни? – ти Мәрзиә Түснәкова.
Хаҡлы ялда булһа ла, тынғыһыҙ Мәрзиә Әғзәм ҡыҙы өйҙә генә ултырмай. Бер ҡараһаң, ағинәйҙәре менән төрлө сараларҙа ҡатнаша, икенсе ҡараһаң, баҡса эштәре менән булыша, гәзит-журналын да уҡый. Әйткәндәй, хужабикә ләлә сәскәләре үҫтерергә ярата. Улар уның баҡсаһы тулы.
– Тормош дауам итә, һәр ваҡыт аҡыл көсө лә, ҡул көсө лә кәрәк, шуға йәштәр тырышып уҡыһын, белем алһын, һөнәр үҙләштерһен. Ғөмүмән, йәшәү өсөн тормошҡа маҡсат ҡуя белергә кәрәк. Күрә белһәң, тормош шундай матур, мең биҙәкле сағыу балаҫ кеүек ул. Тормошҡа ғашиҡ, оптимист характерлы булыу бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, – ти ул.
Гүзәл Бохарбаева

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас