

«Госуслуги Авто» мобиль ҡушымтаһы автомобилселәр өсөн киң таралған бөтә сервистарҙы берләштерә.
Уның ярҙамында автомобилдең тарихын ҡарарға, Дәүләт автоинспекцияһы камераларынан килгән штрафтарҙы түләргә йәки ялыу бирергә, машинаны теркәүгә һәм водитель таныҡлығын алмаштырыуға яҙылырға мөмкин. Йәнә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртмайынса, яңы «Европротокол онлайн» сервисы аша аварияны теркәргә лә мөмкин.
Страховкалау компанияһы офисына барыу һәм ҡағыҙ бланктар тултырыу кәрәкмәй - белдереү ҡағыҙы страховкалау компанияһына онлайн рәүештә килә. Йәнә сервис аварияны фотоға төшөрөүҙе еңелләштерә, шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе тултырғанда хата ебәреүҙән ҡотҡара, сөнки форма автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәрендәге мәғлүмәттәр ярҙамында тултырыла.
Быйыл көҙ ҡушымтаға электрон водитель таныҡлығы ла өҫтәлә. Автоһәүәҫкәрҙәр, һылтанманы һаҡлағыҙ: https://www.gosuslugi.ru/auto