Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Сентябрь 2022, 14:31

Иҫән йөрөп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтығыҙ!

Бөгөн Хәйбулла районының йөҙләгән ир-егетен күнекмәләр үтеү үҙәктәренә оҙатыу үтте. Күнекмәләрҙән һуң, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ. Иҫән ҡайтығыҙ, Хәйбулла егеттәре! Бында һеҙҙе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ көтөп ҡала.. Уларҙың барыһын да имен-һау һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бар изге доғаларыбыҙ һеҙҙең менән, егеттәр!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Оборона министрлығы һәм Генераль штабтың Ватаныбыҙҙың суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн, граждандарыбыҙҙың именлеген һаҡлау өсөн тәҡдименә яуап итеп өлөшләтә мобилизациялау хаҡында иғлан иткәйне. Бөтәһе лә түгел, ә запастағы һәм резервтағы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған һәм кәрәкле һөнәргә эйә граждандар ғына саҡырылырға тейеш.  Саҡырылыш беҙҙең төбәктә Президент Указында билдәләнгән талаптар сиктәрендә алып барыла. Йәше, хәрби белгеслеге, сәләмәтлек торошо буйынса күрһәтелгән критерийҙарға яуап биргән граждандар ғына һайлап алына. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә билдәләнгән бурыстарҙы үтәү өсөн яраҡлы хәрби-иҫәп һөнәре булған граждандарға - стрелоктарға, танкистарға, артиллеристарға, водителдәргә, механик-водителдәргә өҫтөнлөк бирелә. Офицер исемдәре булған граждандар ҙа, ябай һәм сержант составтарынан да саҡырыла.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: