Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Сентябрь 2022, 15:59

Повестка алмаған рәсәйҙәр сит илгә сығырға мөмкин, тип хәбәр итте Ростуризм етәксеһе

-

Повестка алмаған рәсәйҙәр сит илгә сығырға мөмкин, тип хәбәр итте Ростуризм етәксеһе
Повестка алмаған рәсәйҙәр сит илгә сығырға мөмкин, тип хәбәр итте Ростуризм етәксеһе

Хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы алмаған Рәсәй граждандары илебеҙ буйлап та, сит илгә лә сәйәхәткә юлланырға мөмкин. Был хаҡта 23 сентябрҙә үҙенең телеграм-каналында Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова хәбәр итте.

Эш шунда: уға социаль селтәрҙә өлөшләтә мобилизация осоронда туристик сәфәрҙәргә ҡағылышлы бик күп һорауҙар килә башлаған.

«Әгәр һеҙгә повестка килмәһә, сәфәргә сығырға мөмкин. Беҙҙә федераль кимәлдәге ниндәй ҙә булһа сикләү нормалары хаҡында мәғлүмәт юҡ. Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты башлығы кәңәш иткәнсә, аныҡ мәғлүмәт алыу өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин»,  —тип белдерҙе ул телеграмма-каналда.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 22 сентябрҙән Рәсәйҙә граждандарға өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү өсөн 122 һандары буйынса ҡыҙыу линия асылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Хөкүмәттең рәсми телеграм-каналында баҫылған мәғлүмәткә ярашлы, хеҙмәт илдең бөтә төбәктәрендә эшләй һәм шылтыратыуҙар ҡабул итергә әҙер. Губернаторҙар урындарҙа ҡыҙыу элемтә операторҙарының эшен ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-23/glava-rosturizma-soobschila-chto-ne-poluchivshie-povestku-rossiyane-mogut-vyezzhat-za-rubezh-2962369

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас: