Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Сентябрь 2022, 09:55

Башҡортостан һәм Белоруссия уртаҡ бәйләнештәр өсөн яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә ниәтләй

Был хаҡта Хөкүмәттә уҙған кәңәшәмәлә һүҙ барҙы.

Башҡортостан һәм Белоруссия уртаҡ бәйләнештәр өсөн яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә ниәтләй
Башҡортостан һәм Белоруссия уртаҡ бәйләнештәр өсөн яңы үҫеш нөктәләрен эҙләргә ниәтләй

Быйыл ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше 300 миллион доллар күләмендә көтөлә. Айырыуса сәнәғәт кооперацияһы, ауыл хужалығы тармағындағы хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүленә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2024 йылға тиклем юл картаһы әҙерләнгән, бөгөнгә шуның сирек өлөшө ғәмәлгә ашырылған.

Атап әйткәндә, Минск трактор заводы һәм «Гомсельмаш» компанияһы менән бәйләнештәр – уртаҡ эштең яҡшы һөҙөмтәһе. Өфө предприятиеһы тарафынан проектланған «Горожанин» троллейбусын йыйыу буйынса ла Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөттәр бағлана. Бынан тыш, «МАЗ» менән берлектәге проектарҙы ғәмәлгә ашырыуға ла ҡыҙыҡһыныу бар. Республика властары Белоуссия коллегаларының юлдарҙағы

Белоруссия Премьер-министры Роман Головченко, үҙ сиратында делегацияның етди әҙерләнеп килеүен билдәләне. Уның составына эре предприятие етәкселәре ингән. Сәфәр барышында уртаҡ эштәге ауырлыҡтарҙы асыҡлау һәм киләсәккә үҫеш юлдарын барлау мөһим.

Кооперацияла иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында талап ителгән яңы продукттар булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, иртәгә Өфөлә «Амкодор» компанияһының күләмле проектына старт бирелә. Белорустар Башҡортостанда иген эшкәртеү ҡоролмалары етештерергә иҫәп тота. Шулай уҡ сит ил вәкилдәре республикалағы йорттарҙы лифттар менән тәьмин итеүсе төп партнерға әйләнеүе ихтимал.

Радий Хәбиров бөгөн шулай уҡ Роман Головченконы республикаға идара итеү үҙәге менән таныштырҙы. Белоруссия Премьер-министрына республиканың барлыҡ төбәктәренән мәғлүмат йыйыу һәм аналитика системаһының нисек эшләүен, төбәктә йәшәүселәрҙән социаль селтәрҙәрҙәргә килгән проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эштең нисек төҙөлгәне күрһәтелде.

Автор:
Читайте нас: