Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Сентябрь 2022, 16:26

Уларҙың белдеклелеге биш йыл һайын тикшерелә

Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бөгөн секцияларҙа эшләне. Халыҡты иң күп йыйғаны төҙөлөш белгестәренең квалификацияһын баһалауға арналған түңәрәк өҫтәл булғандыр, моғайын.

Уларҙың белдеклелеге биш йыл һайын тикшерелә
Уларҙың белдеклелеге биш йыл һайын тикшерелә

Өфөлә  “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бөгөн секцияларҙа эшләне. Халыҡты иң күп йыйғаны төҙөлөш белгестәренең квалификацияһын баһалауға арналған түңәрәк өҫтәл булғандыр, моғайын.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Евгений Родиндың тәбрикләү һүҙенән һуң “Төҙөлөштә белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалау: көнүҙәк мәсьәләләр һәм яңы мөмкинлектәр” тигән доклад менән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов сығыш яһаны.

“Иҡтисади үҫеш хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған квалификациялы кадрҙарһыҙ мөмкин түгел. Бойондороҡһоҙ баһалау үтеү белгескә хеҙмәт хаҡын арттырыу, эшкә мотивацияны күтәреү мөмкинлеге бирә”, – тине Тимур Басир улы.

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөшкә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Иван Белоусовтың, Прокофьеваның сығыштары ла төҙөлөштәге белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалауҙы ойоштороу, ҡануниәттә, атап әйткәндә – Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексына ошоға бәйле үҙгәрештәр индереүгә арналды.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, быйыл 1 сентябрҙән алып төҙөлөштә эшләгән һәм белгестәрҙең милли реестрына индерелгән һөнәрмәндәр (проекттарҙың баш инженерҙары, проекттарҙың баш архитекторҙары) кәмендә биш йыл һайын квалификацияларына бойондороҡһоҙ баһалау үтергә тейеш. Сығыш яһағандар әйтеүенсә, әлегә тиклем ундай баһалау үтеү кимәле юғары булманы. Беренсенән, эш биреүселәр күбеһенсә был турала хәбарҙар түгел, икенсенән, улар бойондороҡһоҙ баһалау үтеү өсөн өҫтәмә сығымдар түгергә теләмәй. Етмәһә, ошоға саҡлы эш биреүсе үҙ белгесенең бойондороҡһоҙ баһалау үтеүен талап итә лә алмай ине.

Әммә был төҙөлөш барышындағы һәм әҙер объекттарҙың хәүефһеҙлегенә, эштең сифатына, заман талаптарына яуап биреү-бирмәүенә лә бәйле. Шуға күрә Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексының 55.5–1-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, бойондороҡһоҙ баһалау үтеү быйылғы 1 сентябрҙән алып төҙөлөштә биш йылдан алып 10 йылға саҡлы эшләгән белгестәргә генә ҡағылһа, 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ белгестәр ҙә был процедураны тейешле кимәлдә һәм ваҡытында үтергә бурыслы буласаҡ.

Фото: Авторҙыҡы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: