

Вәлит ауылы ҡыҙы Илвира Әнис ҡыҙы 11-се класты тамамлағас, Сибай техникумында ашнаҡсы-кондитер һөнәренә уҡый. Унан һуң Баймаҡта шул уҡ йүнәлештә уҡыуын дауам итә. Диплом алғас, 1995 йылда Дүртөйлө ҡалаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан ауылға ҡайтҡас, Сиҙәм ауылы егете Илнур Йәрмөхәмәтов менән яҙмыштарын бергә бәйләй.
Илнур Венер улы мәктәпте бөткәс, башта Йылайыр совхоз-техникумында, һуңынан Аҡъярҙағы һөнәрселек училищеһында электрик-водителгә уҡып, һөнәре буйынса эшләй башлай.
1997 йылда тәүге улдары Юнир донъяға килә. Хужабикәнең декрет ялынан һуң, Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе Дүртөйлө ҡалаһына күсә.
–Фатирҙы ҡуртымға алып йәшәнек. Атайым ауырыу сәбәпле, дүрт йылдан һуң, Вәлиткә ҡайттыҡ. Илнур совхозға электрик булып эшкә төштө, ә мин өйҙән аҙыҡ-түлек һата башланым. 1-се Мырҙа ауылында йәшәгән инәйем ауырыу сәбәпле, ғаиләбеҙ менән шунда күстек. Инәйемде тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡас, Өфө ауылына күстек. Мин “Матрай” совхозында ашнаҡсы, тормош иптәшем иһә мәктәптә электрик һәм завхоз булып эшләне. Артабан атайым ҡаты ауырығас, дауаханаға яҡын булыу өсөн район үҙәгендә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәнек, – тип әңгәмәне башланы Илвира Әнис ҡыҙы.
Район үҙәгенә күскәс, Илвира 1-се Аҡъяр мәктәбенә, ә Илнур “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенә эшкә урынлашып, Аҡъярҙан ер участкаһы һатып алып, йорт төҙөй башлайҙар.
–Беренсе улымдан һуң, һаулығым насар булыу сәбәпле, башҡа балам булмай тигәс, ныҡ ҡайғырҙым. Атайымды һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләп, фатихаһын алғанмындыр, күрәһең. Аллаға шөкөр, әле биш балабыҙ бар. Өлкән улым Юнирҙән һуң, беҙҙе һөйөндөрөп, тормошобоҙға йәм өҫтәп, бер-бер артлы Йәнис, Илмира, Әмин, Илйән донъяға килде. Балаларыбыҙ уҡыуҙан тыш, спорт менән дә шөғөлләнә. Өлкән улым ғаилә ҡороп, киленебеҙ менән беҙгә ейән бүләк иттеләр. Шуға күрә, беҙ бәхетле атай-әсәй генә түгел, ә ҡартатай һәм ҡартәсәй ҙә, – ти Илвира Йәрмөхәмәтова.
Һәр бала донъяға үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Шуға күрә лә Йәрмөхәмәтовтар алдында әсә ҡарынында яралған йәнде ҡалдырырғамы-юҡмы, тигән икеле һорау бер ҙә тормай.
–Үҙем дә ишле ғаиләлә үҫтем һәм бәләкәйҙән күп балалы әсә булырға хыялландым, – ти Илвира Әнис ҡыҙы.
Йәрмөхәмәтовтар балаларының тамағы туҡ, өҫтәре бөтөн булһын өсөн бар көсөн хеҙмәткә һала. Дәүләт тә күп балалы ғаиләләргә төрлөсә ярҙам итә. Бишенсегә әсәй булғас, Илвира Йәрмөхәмәтова «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә.
Ғаилә башлығы үҙенең икенсе яртыһына ныҡлы терәк, балаларына өлгөлө атай булғанда, һис шикһеҙ, ҡатын кеше үҙен бәхетле тоялыр. Әлеге мәлдә Йәрмөхәмәтовтар ҙур итеп өй күтәргән, мунса төҙөгән. Уңған ғаилә баҡсала ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр үҫтерә, картуфтары ишелеп уңа. Иркен ихатаны төрлө-төрлө сәскәләр биҙәй. Хужаларҙың эшлекле икәнлеге әллә ҡайҙан күренә.
Балалар тәрбиәләү мәшәҡәттәре араһында Илвираның күңелендә бер ниәт тынғы бирмәй. Үҙенең шәхси эшен асыу хаҡында хыяллана ул. Шулай итеп, бизнес-планын уңышлы яҡлап, 2020 йылда Вәлит ауылында магазин аса. Тәүге тапҡыр үҙ эшен асҡандарға бирелгән дәүләт ярҙамы аҡсаһына бина төҙөтә. Тиҙҙән магазин янында икмәкхана ла асыласаҡ.
— Үҙем руль артында, тиҙ генә барып ауыл халҡына кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәрҙе килтерәм, – ти әңгәмәсем.
Ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмаған тырыш, уңған хужабикә район үҙәгендә ҡарттар йортон да асырға ниәтләй.
–Ҡарттар йортонда эшләгәс, яңғыҙ, ҡарауһыҙ ололарҙың барлығын беләм. Улар бындай хәстәрләүгә мохтаждыр тип уйлайым, – ти егәрле ҡатын.
Илвира Әнис ҡыҙы балалар, донъя мәшәҡәттәре араһында йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға ваҡыт таба. Ауылдың яҙмышына битараф булмаған, әүҙем ҡатын төрлө саралар уртаһында ҡайнап йәшәй. Ундайҙар хаҡында ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр, тиҙәр.
Йәрмөхәмәтовтар тырышып матур донъя көтә, балалары ла эшкә өйрәнеп үҫә. Бөткөһөҙ хәстәрҙәр араһында ҡыҙ-улдарына күңелле байрамдар, тәбиғәткә сығып ял итеүҙәр ҙә ойошторалар.
Гүзәл Бохарбаева.