ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Сентябрь 2022, 16:07

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙең һанлы сервистарын үҫтерә

  

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙең һанлы сервистарын үҫтерәБашҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙең һанлы сервистарын үҫтерә
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙең һанлы сервистарын үҫтерә

Бөгөн республиканың күп функциялы үҙәктәрендә электрон төрҙә ҡулланыусылар оҙатыуы секторы, власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе, эште ҡабул итеүгә яҙылыу һәм уның статусын аныҡлау өсөн чат-бот, шулай уҡ постамат аша әҙер документтар тапшырыу мөмкинлеге бар.

- Күпселек хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереүҙе иҫәпкә алып, күп функциялы үҙәктәр офистар эшен яңы ысынбарлыҡҡа әйләндерәсәк һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү процесына яңы алымдар һәм технологиялар индереүгә курсты дауам итәсәк, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова Республиканың идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев билдәләүенсә, заман талаптарына ярашлы, дәүләт хеҙмәттәре өлкәһендә һанлаштырыу йылдам үҫешә.

-Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Кешеләр өсөн дәүләт» федераль проектын тормошҡа ашырып, яҡын йылдарҙа дәүләт хеҙмәттәрен һәм сервистарын халыҡҡа ла, эшҡыуарҙарға ла уңайлы итәсәк, - тип билдәләне Алексей Херсонцев.

Спикер әйтеүенсә, 29-30 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк VI «Минең документтарым» Бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендәге уңышлы тәжрибәләр һәм кейстар менән таныштырыу майҙансығына әйләнәсәк. Форумда шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге» бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, унда өс номинацияла еңеүселәр иғлан ителәсәк: «Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы төбәк селтәре», «Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе» һәм «Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы проекты».

 

фото һәм сығанаҡ: "Молодежная газета".

Автор:"Молодежная газета"
Читайте нас