

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Асҡын районынан ике хәрби хеҙмәткәр дәүләт миҙалдары менән бүләкләнде.
Петропавловка ауылында тыуып үҫкән Данил Болкисев Украинала махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ул Ҡазан танк училищеһында уҡый.
Ә Шишмә-Ураҡай ауылында тыуып үҫкән кесе сержант Илдар Ибраһимов Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының хәрби хәрәкәттәрҙә дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлағанда күрһәткән батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән билдәләнде. Реабилитация тамамланғас, хәрби стажы 15 йыл тәшкил иткән яугир йәнә махсус хәрби операцияһы зонаһына йүнәлә.
«Һалдаттарҙың икеһен дә районыбыҙҙа яҡшы беләләр, бик әүҙем егеттәр һәм тыуған иленең ысын патриоттары. Илдар Ибраһимов оҙаҡ ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән, һәм уның менән милицияла, ә һуңынан полицияла хеҙмәт иткән егеттәр уны көсһөҙҙәрен яҡларға ынтылған ғәҙел егет тип билдәләй. Данил Болкисев - шулай уҡ тәртипле егет, ул да үҙенең яҙмышы менән Ватанды һаҡлауҙы һайлаған. Районға ҡайтҡас та уны мотлаҡ уҡыусылар алдында сығыш яһарға саҡырырбыҙ. Беҙ улар менән бик ғорурланабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!», - ти Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.
Данил Болкисев уҡыған Петропавловка урта мәктәбе директоры Ирек Ҡәҙимов һүҙҙәренсә, ир-егет республика, шулай уҡ бөтә Рәсәй йәштәре өсөн ысын өлгө булып тора.
«Мәктәбебеҙ әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған ысын патриотты тәрбиәләүебеҙ менән ғорурлана. Тулы булмаған ғаиләнән ябай ауыл егете хәҙер үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө булып тора. Уҡыған йылдарында төрлө кимәлдәге мәктәп сараларында даими ҡатнаша, бөтә ерҙә лә әүҙем була, спорт менән шөғөлләнә, музыка менән мауыға, хатта йырҙар яҙа. Ижади шәхес. Ул бала саҡтан илһөйәр булды, һәр саҡ дөрөҫлөк өсөн сығыш яһаны», - тип билдәләне Ирек Ҡәҙимов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, шул иҫәптән Шайморатов һәм Доставалов исемендәге Башҡорт батальондары яугирҙарының яҡындарына ярҙам ойошторолған.
фото:Өфө мэрияһы.