

Исламда мәрхүмдәрҙе ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы юлға оҙатырға, шулай уҡ зыяратты тәртиптә тоторға ҡушыла. Аллаға шөкөр, был йәһәттән Хәйбулла ауылдарында хәстәрлек күрелеп торола.
Мәҫәлән, күптән түгел Атингән мосолман зыяраты биләмәһендә ауыл активистары, мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә өмә уҙғарылды. "Берҙәмлектә - көс!" тигәндәй, тиҙ арала зыярат тәртипкә килтерелеп йыйыштырылды, сүп-сар сығарып ташланды. Өмә аҙағында ауылдың имамы әруахтарға бағышлап аят уҡыны.
фото:Атингән ауылы клубы