Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Август , 09:27

Ат башындай ... бәшмәккә юлыҡҡан!

Күрше районда  Ғәлиә Мусина хәтәр ҙур бәшмәктәр тапҡан

Ат башындай ... бәшмәккә юлыҡҡан!
Ат башындай ... бәшмәккә юлыҡҡан!

Социаль селтәрҙә ат башындай бәшмәк табып, улар менән фотоға төшкән Ғәлиә Мусина күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Баҡтиһәң, улар бесәнгә китеп барған икән. Был бәшмәктәр Баймаҡ районының Дәүләт ауылынан алыҫ түгел тауҙа табылған.

- Бесәнгә китеп бара инек, алыҫтан нимәлер ағарып ниҙер күренә. Яҡыныраҡ барһаҡ, бәшмәк булған. Фотоға төштөк тә берәүһен алып ҡайттыҡ. Ҡурып ашарға шөрләтә. Бала саҡтан был бәшмәктәрҙе тибеп уйнағас, ағыулы тигән ниндәйҙер ҡурҡыу бар. Ә былай ашарға яраҡлы бәшмәк инде, руссаһы - дождевик тиҙәр, - ти Ғәлиә Мусина. 

Әйткәндәй, был һаңғырау бәшмәктәрҙе күптәр бала саҡта тибеп йәиһә иҙеп киткәндәрен хәтерләйҙер әле. Һәр хәлдә беҙ ҙә шулай итә торғайныҡ. Күптәр уны яратып ҡуллана. Һеҙҙең яҡта был бәшмәкте нисек файҙаланалар? 

Фото: Ғәлиә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас в