

Хәйбулла районы ҡул эше оҫтабикәләре Донбаста йәшәүселәргә ярҙам итеү маҡсатында «Өләсәйем хәстәрлеге» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Әйткәндәй был акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Беҙҙең районда акцияны тәүгеләрҙән булып Ветерандар йәмғиәте активистары күтәреп алды. Битараф булмағандар тәүге йылы әйберҙәр бәйләй башланы һәм әҙер изделиеларҙы килтерҙе лә инде. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан - Аҡъяр ауылынан 97 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Миңзада Рыҫбаева ла акциянан ситтә ҡалманы.
Бөтә Рәсәй акцияһы барышында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәгеләр, мохтаж балалар өсөн бейәләй, ойоҡбаш, шарф, свитер һәм башҡа әйберҙәр йыйыла. Йылы әйберҙәр Аҡъяр ауылы, Батанов урамы, 12 адресы буйынса 17-се кабинетта ҡабул ителә.
фото һәм мәғлүмәт:Хәйбулла районы хакимиәте.