ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Июль 2022, 04:34

Етерлек мал аҙығы туплана

Районда хужалыҡтарҙың барыһы ла "йәшел" ураҡты йылдам алып бара: күп йыллыҡ үләндәр сабылып, бесән әҙерләнә. Быйыл үлән мул, сабынлыҡтар етерлек, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, уңайлы һауа шарттарын файҙаланып, башҡара.

Етерлек мал аҙығы тупланаЕтерлек мал аҙығы туплана
Етерлек мал аҙығы туплана

Әлеге ваҡытта аграрийҙар республикала, шул иҫәптән районда мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Был юлы Яңы Ергән ауылынан “Зөфәр Ҡырымғужин” крәҫтиән-фермер хужалығында эш барышын белештек. Беҙ барғанда “Кейс” комбайны быйыл ярайһы уҡ мул үҫкән тәбиғи үлән сапһа, ә ике МТЗ-80 тракторҙарының береһе бесәнде әйләндереп, икенсеһе преслай ине.

Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зөфәр Фәйзулла улы өсөн дә тәүлектәге сәғәттәр етмәгән мәл. Юҡҡа ғына йәйге көн йылды туйҙыра, тип әйтмәгәндәр бит. Фермерҙы һәм уның эшселәрен туғайҙа ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек.


– Быйыл бесән былтырғыға ҡарағанда күберәк, шуға ҡыш бауырына етмәй, тип бошонмайбыҙ. Эшселәрҙең шәхси хужалыҡтарын да мал аҙығы менән тәьмин итәбеҙ, шунһыҙ ауылда тормош булмай. Бесәнлектә пресс-йыйғыс таҡҡан тракторҙар, яҫмаларға һалынған хуш еҫле үлән кибеү менән уны йыйып, рулонға урала, – ти хужалыҡ етәксеһе.

Малсылыҡ, игенселек тармаҡтарында бына нисә йыл рәттән уңышлы эшләгән Зөфәр Ҡырымғужин хужалығында бөтә ерҙә тәртип, хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Көн эҫе торһа ла, эшселәр көндө бушҡа сарыф итмәй, мал аҙығын ваҡытында йыйып алырға тырыша.

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас