ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Июль 2022, 05:01

Дәүләтбирҙиндар – уңған ғаилә

Һәр ауылда тырыш ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Байғусҡар ауылында бәрәкәтле тормош алып барған Айһылыу һәм Айҙар Дәүләтбирҙиндар шундайҙар иҫәбендә.

Дәүләтбирҙиндар – уңған ғаиләДәүләтбирҙиндар – уңған ғаилә
Дәүләтбирҙиндар – уңған ғаилә

Айһылыу Мөхәмәдйән ҡыҙы Әбүбәкер мәктәбен бөткәс, Йылайыр ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәренә уҡый. “Красный доброволец” колхозында хеҙмәт юлын башлай. 1983 йылда Байғусҡар ауылына килен булып төшә. Айһылыу Мөхәмәдйән ҡыҙы Калинин исемендәге колхозда төрлө эштәрҙе башҡара. Айҙар Хәкимйән улы Байғусҡарҙа уҡып, артабан Аҡъярҙа мәктәпте тамамлағас, әрмегә алынып, ике йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Калинин исемендәге колхозда 23 йыл буйы механизатор булып эшләй. Артабан балта оҫтаһы эшен башҡара.


Ғаиләләрендә бала саҡтан яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе алған йәштәр тәүге көндәрҙән үк мал үрсетеп, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр.
2001-2021 йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалығын асып, игенселек менән шөғөлләнәләр.

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас