

Аҡъяр килеп, бәҙрәф эҙләп,
Йонсоп ҡайттым ауылға.
Нишләп кенә ултыртмайҙар,
Бер-нисәне урамға.
Үҙәк урамдан алыҫ
Йөрөһәң, бына бәлә.
Бер ерҙә лә бәҙрәфте
Осратмаҫһың эргәлә.
Шулай бер көн күптән күрмәгән танышымды осраттым. Икенсе районға күсеп киткәйне ул. Аҡъярға эш менән килгән булған. Юлы уңған, әммә Аҡъярҙың үҙәк урамдарында бәҙрәф таба алмаған. “Ул ойошмаға, был магазинға һәм кафеға ла индем “, – тип һөйләне ул. Ҡайҙалыр бикле булған, икенселәренә индермәгәндәр. Аптырағас, эргәләге ике бина араһына ингән, түҙәрлек хәле ҡалмағандыр инде, бахырҙың. Шунда уҡ бер үтеп барыусы ханым әрләй башламаһынмы, полиция саҡыртам тип. “Башты ҡайҙа тығырға белмәй ҡастым”, – ти ул. Аңлатып та ҡараған. Юҡ! Тыңларға ла теләмәй ти был апай. Ошонан сығып, нимә әйтергә була, район үҙәгендә йәмәғәт бәҙрәфтәренең булмауы күңелде ҡыра.