ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Июль 2022, 09:47

Иң ҡәҙерле кешебеҙ

Мин бөгөн әсәйем тураһында яҙмаҡсымын. Әсәйем иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Уны ныҡ яратам. Ул да беҙҙе: атайымды ла, ағайымды ла, апайымды ла, мине лә берҙәй ярата. Әсәйемдең аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Ул мине үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша. Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙе һәр ваҡытта иркәләп, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә, үҙенең кәңәштәрен бирә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә. Ҡайһы берҙә әсәй берәй ергә китһә, өйҙә күңелһеҙ, ҡараңғы була. Бер көнгә генә китһә лә, һағынып бөтәм. Ә ҡайтып инһә, өй яҡтырып ҡала, күңелле була.

Иң ҡәҙерле кешебеҙИң ҡәҙерле кешебеҙ
Иң ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәйем Наилә Рәхимйән ҡыҙы Билалова Аҡъюл ауылында донъяға килгән. Ғаиләһендә улар ике ҡыҙ һәм ике малай үҫәләр. Өләсәйем менән ҡартатайым ике ҡыҙын да уҡытыусы һөнәренә уҡытҡан. Әсәйем 2-се һанлы Өфө педагогия колледжында белем ала. 1997 йылда уҡып бөткәс, тәүге хеҙмәт юлын 2-се Аҡъяр мәктәбендә башлай. 1998 йылда Әбүбәкер ауылы егете Солтан менән ғаилә ҡороп, беҙгә, өс балаға ғүмер бирәләр. Яңы йорт һалып инәләр. Әсәйем 25 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, арымай-талмай эшен дауам итә. Бөгөн ул Әбүбәкер мәктәбендә балаларға һынлы сәнғәт буйынса белем бирә. Уның дәрестәре бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә, һүрәт төшөрөүҙең төрлө алымдарын өйрәтә. Мәктәптә уҡыусыларҙың эштәренән даими күргәҙмә эшләп килә. Ул бик тынғыһыҙ уҡытыусы, йыл һайын уҡыусылары менән үҙ предметы буйынса олимпиада, конкурстарҙа ҡатнаша, коллегалары һәм ата-әсәләр алдында оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн район мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 2017 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Алдынғы уҡытыусы ғына түгел, 2012 йылдан алып директор булараҡ мәктәпте алға әйҙәй.
Әсәйемдең эше еңел түгел, әммә ул бер ҙә зарланмай. Төп эшенән тыш, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе лә атҡарып өлгөрә. Буш ваҡыттарымда ҡулымдан килгәнсә уға ярҙам итәм. Әсәйем гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер мөйөшөн матур гөлдәр биҙәй. Бер буш урын булһа, күп ваҡыт та үтмәй, унда ла гөл килеп ултырыуы мөмкин.
Әсәйем спорт менән дә дуҫ. Мәктәп йылдарынан алып ул еңел атлетиканы үҙ итә. Бөгөн дә ауылда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Шул тиклем бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә был донъяла ғүмер биргән. Әсәйем эргәлә булһа, шул тиклем рәхәт!
Сарьян Билалов,
Әбүбәкер мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас