

Үҙенә хас йомшаҡ күңелле, изгелекле, ихлас йөрәкле юбиляр инәйҙе белгәндәрҙең һәр кемеһе уны хөрмәт итә, ярата. Бер ҡасан бер кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, һәр нәмәнән бары изгелек күргән был инәйгә ни арала 85 йәш булған?! Бер быуатҡа яҡын ғүмер бит.
Гөлнур Шәкирйән ҡыҙы 1937 йылда Түбәнге Смаҡта етенсе бала булып донъяға килә.
–Атайым һәм әсәйем тересаҡта 3 туғаным үлеп ҡалды. Беҙ дүртәү ҡалдыҡ. Миңә ете ай ғына булғас, әсәйем яҡты донъянан киткән. Атайым, ике ағайым һуғышҡа алынып, кире ҡайтманылар. Ҡайғы-хәсрәтте күп күрҙек, ас та, яланғас та булдыҡ. Кейергә кейем дә булманы. Ике тапҡыр балалар йортонда ла булырға тура килде. Унда аслыҡ булғас, иң өлкән апайыбыҙ Вәғиҙә мине үҙенә алып тәрбиәләп үҫтерҙе. Надир, Хабза туғаныбыҙ менән бергәләп йәшәй башланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайым бойҙай алам тип, комбайнға ҡыҫылып үлеп ҡалды. Унан һуң Подольск ауылына күсеп,совхозда эшләй башланыҡ. Бала булһаҡ та, беҙгә ниндәй генә йөкләмәләр бирһәләр ҙә барыһын да намыҫ менән башҡарҙыҡ. Кейем, ашарға тамаҡ булманы. Бәләкәй булһам да ағайыма һарыҡ көтөштөм, – тип хәтер йомғағын һүтте инәй. Аслығын да, яланғаслығын да кисерә ул. Бәләкәйҙән эшкә күнегеп, әрһеҙ, тырыш булып үҫә. Апаһы Вәғиҙә Байғусҡарға кейәүгә сыҡҡас, ике туғанын ҡалдырмай, ҡуша күсереп алып бара. Бәләкәйҙән бөтмөр тырыш ҡыҙ 13 йәшенән Калинин исемендәге колхозда эшкә йәлеп ителә. Һыйыр, быҙау көтә, һарыҡ бәрәстәрен баға. 1955 йылдан 1992 йылға тиклем һауынсы булып эшләй.
–Тәүлегенә ике тапҡыр 25 һыйыр һауҙым. Ул ваҡытта колхоз шәп булды. Уның араһында быҙауын бағаһың, бесәнен ташыйһың. Бөтәһен дә ҡул көсө менән башҡарҙыҡ, –ти ул.
Гөлнур Шәкирйән ҡыҙы кейәүгә сығып, дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер балаһы вафат була.
“Аллаға шөкөр, өс баламдан да уңдым. Әсәй, әсәкәйем тип өҙөлөп торалар. Балаларымдың үҙҙәренең балалары бар хәҙер”, – ти инәй ҡыуанып. Ҡыҙы Гөлназ Йылайырҙа бухгалтер һөнәренә уҡып, бөгөнгө көндә почтала эшләй, тормош иптәше Йәмил менән 4 бала тәрбиәләйҙәр. Икенсе ҡыҙы Гөлнара
Өфөлә белем алып, тормош иптәше Нәүфәл менән биш балаға ғүмер биргәндәр. Улы Илдан Юлдыбайҙа тракторсы һөнәренә уҡып, бөгөнгө көндә әсәһе менән бергә донъя көтә. Инәй һаман да һыйыр тотоп, ағын эш итә. Ихатаға килеп ингәндә үк ап-аҡ итеп аҡланған мейес күҙгә ташланғайны. Баҡтиһәң, инәй шунда күпертеп ҡомалаҡ икмәген бешерә, ҡаҙанында ҡорот, төрлө эремсек әҙерләй икән. Баҡсаһы ла,картуфлығы ла шәп инәйҙең. Төрлө-төрлө сәскәләре ихатаны биҙәй. Гөлнур Шәкирйән ҡыҙы ноҡот та һала.Өйҙөң эсендә һәр урында ла ҡул эштәре – иҙәндәме, дивандамы, өҫтәлдәме, ултырғыстарҙамы – күҙҙең яуын алып торған, үҙе сиккән әйберҙәр...
Ошо йәшенә етеп, инәй йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай, мәҙәни тормошто үҙ итә. Ниндәй генә сара ойошторолһа ла, һәр ваҡыт уларҙа ҡатнаша. Стеналарҙа эленеп торған бихисап По чет грамоталары, Рәхмәт хаттары, Диплом был хаҡта һөй-
ләй ҙә инде.
–Хәҙерге йәштәр эшләһен, уйнаһын, көлһөн, ҡыуанһын тием. Сөнки хәҙер теләйһең икән бөтә нимә бар. Йорт-илгә тыныслыҡ бирһен, ҡайғы-хәсрәт килмәһен. Бөгөнгө тормошто күргәс, ҡыуанып ултырам. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, – ти юбиляр.
Әлеге ваҡытта ул 9 ейән-ейәнсәр, 10 бүлә-бүләсәрҙәргә бәхетле өләсәй. Көн дә изге доғаларын уҡып, һәммәбеҙгә хәйерле ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бәхеттәр генә теләп ултыра.
–Әсәйебеҙ беҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе. Шулай булһа ла беҙгә матур тәрбиә бирҙе, уҡытты, оло тормош юлына баҫтырҙы. Һәр ваҡыт бөтәбеҙгә лә быйма баҫтырып, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй торғайны. Беҙ күптән үҙ ғаиләбеҙҙе ҡорһаҡ та, һаман да беҙҙе хәстәрләй. Һөтөн дә, майын да, ҡаймағын да биреп тора. Әсәйебеҙҙе яңғыҙлатмай гел ҡайтып торабыҙ. Беҙ – бәхетле балалар, сөнки тыуған йортобоҙға ҡайтһаҡ, ҡәҙерле кешебеҙ һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала. Һау ғына булһын, – ти юбилярҙың ҡыҙы Гөлназ Ҡаҙнабаева.
Ниндәй ауыр заманда йәшәп тә рухы һынмаған, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәммәһенә һаулыҡ теләп ултырған инәйҙең әле лә көр күңелле булыуына, зарлана белмәүенә ҡарап һоҡланырлыҡ.
Гүзәл Бохарбаева.