

Атингән ауыл биләмәһендә шәхси хужалыҡтарҙағы тракторҙарға, үҙйөрөшлө машиналарға һәм тағылмаларға техник күҙәтеү үткәрелде.
Сараның төп маҡсаты техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу, теркәлмәгән йәки техника хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән техниканы тотоноуға, шулай уҡ тракторист-машинист танытмаһы булмаған механизаторҙарҙың трактор менән идара итеүенә юл ҡуймау буйынса талаптарҙы техника хужаларының аңына еткереү ине.