Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең райондан 15 кеше ҡатнаша. Бөгөн уларҙың бишәүе генә иҫән. Сараға Айса Саламатов, Сәйфетдин Түләшев һәм Дмитрий Чиннов саҡырылғайны. Улар 2-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се “е” класы уҡыусыларына үҙҙәренең Чернобыль аварияһына бәйле тормоштары тураһында һөйләне.
Бүребай ауылынан Айса Саламатов 1986 йылда июлдән октябргә, Татыр-Үҙәк ауылынан Дмитрий Чиннов 1989 йылдың март айынан авгусҡа, Мәмбәттән Сәйфетдин Түләшев 1989 йыл аҙағынан 1990 йыл башына тиклем Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.