

Район мәҙәниәт йортонда Урындағы үҙидара көнөнә арналған сарала бүләкләү тантанаһы үтте. Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһенә лайыҡ булды. Әйткәндәй, ошо награда менән бүләкләү тураһында ҡарарҙы «Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресы» ассоциацияһы Президиумы ҡабул иткән.

