ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Февраля 2022, 04:49

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

-

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ә һеҙ был юҫыҡта нимәләр эшләйһегеҙ? Арабыҙҙа шым ғына үҙ бурысын атҡарғандар бихисап. Мәҫәлән, өйҙә башҡортса аралашыу, башҡорт теле уҡытысыһы, балаларыңды башҡорт мәктәбендә уҡытыу... 

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

         Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.

Автор:Венер Исхаков.
Автор:
Читайте нас